Рми арипов биография на башкирском языке

Рәми Ғарипов. Презентация

Рәми Ғарипов тормошо һәм ижады тураһында презентация.

Просмотр содержимого документа
«Рәми Ғарипов. Презентация»

Янғантау урта мәктәбе

Башҡортостандың халыҡ шағиры Салауат Юлаев премияһы лауреаты

Рәми Ғариповтың тыуыуына

Рәми Ғариповтың йорт-музейы

Атаһы Йәғәфәр менән әсәһе Гөлмәрйәм

Рәми Ғарипов исемендәге гимназия

Тормош юлдашы Надежда Васильевна һәм балалары

Рәми Ғарипов – башҡорт әҙәбиәтендә ысын мәғәнәһендә әҙәби тәржемә мәктәбен тыуҙырған әҙип. Ул бөтә донъя классик поэзияһының иң яҡшы өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итеү хәстәрлеген күрҙе, ҙур бер тәржемә антологияһы төҙөнө”, — тип яҙа Ғайса Хөсәйенов.

Үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып – һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара”, — тип яҙа Рауил Бикбаев.

Шағирҙың исемен мәңгеләштереү

Башҡорт дәүләт драма театрында “Февраль.Буран” спектакле

Источник

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.

Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А. М Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә.

Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.

1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби сотруднигы була. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.

Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.

Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре— 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды. Шулай ҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.

Институт аудиторияларынан, нәшриәт, редакция бүлмәләренән һуң, колхоз ҡырҙарында эшләү ҙә Рәми Ғарипов поэзияһына күп нәмә бирҙе, шағир өсөн үҙе бер ҙур тормош мәктәбе булып әүерелде. Китаптан китапҡа уның поэзияһында халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән философик лирика, халыҡсан юмор көсәйә.

Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтың ҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса — новаторҙарса үҫтереү хәстәрлеген күрә.

Рәми Ғарипов — үҙ ижадына ла, ҡәләмдәштәре ижадына ла ғәжәп талапсан кеше ине. Ошо талапсанлыҡ һәм ижадҡа хәстәрле, ентекле ҡараш уның әҙәбиәт хаҡында һәм йәш шағирҙар тураһында яҙған мәҡәләләрендә ярылып ята.

Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ. Ул Пушкиндән, Лермомтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйямдан, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Рәсүл Ғамзатовтан һ. б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. Бынан тыш Иван Франконың, А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре, Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты. “Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли культура үҫеше өсөн иң кәрәкле эштәрҙең береһе тип һанайым һәм был эште ахырғаса дауам итәсәкмен”,— тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов үҙе.

Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде.

Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ булды.

Источник

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов

Ғарипов, Рәми (Рәмил) Йәғәфәр улы – башҡорт шағиры. (12.2.1932, БАССР-ҙың Салауат районы Арҡауыл ауылында — 20.2.1977, Өфө ҡалаһы).
Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992, үлгәндән һуң).
Показать полностью.
Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң).
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш ҡына телгә алыналар. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.
1994 йылдан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.
Ошо уҡ йылда гимназия Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырҙы.

Әҫәрҙәре:
Сочинения. В 3 томах. Уфа, 1996-1998
Юрюзань. Стихи. Уфа, 1954
Каменный цветок. Лирика. Уфа, 1958
Песни жаворонка. Уфа, 1964
Полет. Стихи. Уфа, 1966
Заветное слово. Уфа, 1969
Рябинушка. Стихи. Уфа, 1974
Звездные думы. Стихи. Уфа, 1979
Песня подснежника. Уфа, 1981
Моя антология. Переводы. Уфа, 1990
Алырымкош менэн Бирмэмкош. Избранные произведения. Уфа, 1992
Горицвет. Ст

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена

«ҠОРАЛАЙЫМ МИНЕҢ, ҠОРАЛАЙЫМ. »

Бәғерһеҙме бәрхәт тау яҡтарың,
Ниңә шулай ҡаты тояҡтарың?
Ниңә иҙҙе күңел гөлөмдө?
Показать полностью.
Әллә һин шәфҡәтһеҙ ел инде.

Ҡоралайым минең, ҡоралайым,
һинһеҙ нисек, ҡайҙан йыр алайым?
Ҡайҙа дауа яңы яраға, —
Йылға түгел, гүйә, яр аға.

Уйлағанда һинең турала,
Зиһендәрем минең тарала.
Ир иткәс бер, ниңә ер итеү?
Таш иткәс бер, ҡайҙа иретеү?

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена

Азат Йыһаншин һәм «Тамыр» йыр ансамбле — «Аҡ ҡайын». Рәми Ғарипов һүҙҙәре, Азат Йыһаншин көйө.
______________

Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым.
Показать полностью.
Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.

Туң да икән әле тупрағың,
Шауламай ҙа икән япрағың.
Яңы ғына аҡ ҡар асылғас,
Һының әле һинең яланғас.

Икенсе бер һиңә килгәндә,
Һинең менән уйнап көлгәндә,
Умырзая беҙҙән көнләшер,
Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер.

Тик ҡағылмам умырзаяға,
Былай ҙа бит ғүмере — заяға.
Ана, инде көн дә байыны,
Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным!

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена
Башстатус
Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена
Алина Галеева

«Мин кешегә сикһеҙ ышанам. »

Буду рада вашей поддержке
#девочкаизмарса
#башкортостан#рамигарипов
#стихи#поэзия#уфа

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена

Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине
Һәм күмелһәм ине тауҙарға,
Тыуған Ҡаратауға. Ә эргәмдә
Показать полностью.
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире тороп йырлар инем,
Тыуған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
«Был донъяға ғашиҡ шағир» тиеп,
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена
Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена

. Шул заманым минең саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.

Показать полностью.
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!

Рәми Ғарипов, «Заман һынауы» шиғырынан

Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена
Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена
Алтынай Валитов
Рәми Ғарипов / Рами Гарипов запись закреплена
«Рами» (Дневник поэта)

КӨНДӘЛЕКТӘР
июль, 1967 й.

…Ер еләккәйҙәре лә беште инде. Арыш та емләнеп килә. Бойҙай
әле яңы баш ҡоҫҡан. Ҡурай еләге өлгөрөп килә. һандуғастар тынып ҡалһа
Показать полностью.
ла, һаман да әле урман яңғыратып кәкүк саҡыра. Тиҙҙән инде тамағына
арыш башағы тығылып, ул да һаҡауланыр. Йәй уртаһы етте. һыу кис тә,
иртән дә, көндөҙ ҙә йылы — йәнең теләгәнсә һыу инергә була. Ҡарағат,
еләк өҙөп ашайһың, балтырғанын, ҡуҙғалағын ауыҙ итәһең. Иң йәмле һәм шул уҡ ваҡытта йәйҙең дә ғүмере ҡыҫҡа икәнен тоя башлап торған саҡ.
Тәбиғәтте минең әле былай ентекләп күҙәткәнем юҡ ине. Ә быйыл бөтә
йәйем тәбиғәт ҡосағында үтә. Уйланырға ла күп сәбәптәр бар. Яҙырлыҡ
нәмәләр ҙә баштан ашҡан. Ләкин мин көндәлек кенә лә алып бара алмам— иң үкенеслеһе шул. Ә яҙырға, һәр бер күренеште ҡағыҙға теркәп барырға ине. Ни хәл итәһең — булмай.
Беҙҙең экспедиция Беүә буйҙарын йөрөп сыҡҡас, яңынан Танып
буйына, Мәнәккә ҡайтты. Мин дә, бер аҙна Өфөлә, Шишмәлә йөрөп
килгәс, яңынан экспедицияға ҡайттым. Ғәжәп— мин был тиклем дә
археология менән мауығып китермен тип башыма ла килтергәнем юҡ ине. Шулай итеп мин археолог булып барам, буғай.
…Лагерь хәҙер тотош бер археологтар ҡалаһына әүерелде —
ҡайнап тора. Нияз менән «Алға» колхозына барып,
көтөүҙән бер тәкә тотоп алып ҡайттыҡ. Иртәгә ныҡлы эш башланасаҡ.
Беҙ киткәс, Байтимер ҡалған группа менән ҡаҙына торғас, бер баш
һөйәгенә юлыҡҡан. Иртәгә асып ҡараясаҡбыҙ. Гәкә алырға барышлай беҙ ҙә Редькино ауылы эргәһендә Таныптың бейек текә яр башында бер
ҡәберлек табып ҡайттыҡ. Иртән тәкә һуйғас, бәлки, беҙ шунда
юлланырбыҙ.
Фотола Нияз Мажитов, Рами Гарипов экспедицияла

Источник

Поделиться с друзьями
admin
Оцените автора
( Пока оценок нет )
Как переводится?
Adblock
detector