Рми арипов шиырзары на башкирском языке бхет

Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.

Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.

Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.

Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде.
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде.

Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.

Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән.
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!

Оло бер туй.
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы.
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы.

Һинең яндан үткән саҡта
Атламайым — юртамын.
Күҙем ҡаты, буй-һыныңа
Күҙ тейер, тип ҡурҡамын.

Яратмай тип уйлап ҡуйма,
Бик яратам, алтыным:
Кейемемде өтөп бара
Йөрәктәге ялҡыным.

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов

Йәш бер әсә һөйөп ҡыуанғандай
Яңы тыуған тәүге балаһын,
Һин дә шулай һәр шиғырың тыуғас,
Иң-иң татлы хистә янаһың.

Шундай рәхәт, шундай яҡты һиңә:
Бар донъяны килә ҡосаһың,
Һәр осраған кеше йән дуҫыңдай,
Килә йүгерәһең, осаһың.

Ижад итеп йәшәү генә яҡшы!
Матурлығы шунда кешенең.
Бар йөрәктән мин теләйем: кеше
Ҙур шағиры булһын эшенең!

Мин үҙемде бала кеүек тоям,
Һағынып гел һине уйлаһам.
Йөрәгемә серле шатлыҡ тула –
Әллә көс ул, әллә ул илһам?

Әллә һин тик йәшлек уйҙарымдың
Кәрәкһеҙ бер тиле емеше?
Әллә мәңге янып ҡала торған
Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө.

Белмәйем мин: күңелемдә һиңә
Әллә дуҫлыҡмылыр, мөхәббәт?
Тик һин күҙ алдыма килгән саҡта
Миңә яҡты, миңә рәхәт…

Хыялымда яңғыҙ елкән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Йә һис юғалмайһың үҙең унан,
Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә һин аҙашып индең уға,
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине?
Ниңә шулай һаман янырға?

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу.

Ауыр булыр һиңә минең менән,
Зарланырһың бөтмәҫ эшемдән.
Яратмай тип, бәлки, шикләнерһең
Ғүмергә дуҫ, яҡын кешеңдән.

Ауыр булыр һиңә минең менән.
Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ:
Һинең менән мин сабый ҙа булам
Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ.

Һин күрмәҫһең, иркәм,
Бер ҡасан да
Ҡайғырғанда минең йәшемде.
Мин ҡайғымды
Тештәремә ҡыҫып,
Дауам иттерермен эшемде.

Бына шул мәлдә һин
Һүҙһеҙ генә
Аңлап ал да күҙҙән күңелемде,
Наҙлы ҡулың менән
Был ҡайғымды
Күкрәгеңә ҡыҫ һин үҙеңдең.

Башҡа миңә
Бер ни кәрәк түгел,
Ауыр саҡта миңә шул етә.
Һәм, минеңсә,
Тик шул биҙәй һине,
Тик шул ғына ирҙе ир итә.

Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.

Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!

Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!

Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде.

Әллә ҡалай балҡып китте донъя,
Йәйғор менән тулды йөрәгем.
Күңелемде көн-төн баҫып торған
Болоттарҙы ҡыуып ебәрҙем.

Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек,
Тирә-яғым иркен йәшеллек.
Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм,
Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек.

Был шатлыҡты үҙем берәйһенә
Әйтергә хатта оялам.
Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла
Ысын бәхет икән донъяла!

Ни бар һинең өндәшеүеңдән дә
Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ.
Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем,
Тик көтөргә булам аҙыраҡ.

Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә,
Тик атымды ғына ҡыуамын.
Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла
Мин ниңәлер ҡайтам ҡыуанып.

Ә һин өндәшмәйһең – байлығың шул,
Шунда һинең бөтә ныҡлығың.
Мин бөгөндән һиңә ҡайтмаҫ инем,
Үкендерер иртән юҡлығың.

Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?
Күҙ аса ла бары күҙ йома!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме кәртә ятҡан юлына:

Әле аслыҡ, әле һуғыштары,
Әле бола, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары –
Сылбыр төҫлө киткән ялғанып.

Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,
Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар.
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар.

Көтмәгәндә мин дошманың булдым:
Дөрөҫлөктө әйттем һиңә…
Бына инде, юлда осраның да
Ҡул да бирмәй киттең миңә.

Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем,
Сәләмемде алмаһаң да.
Күҙҙәреңә тура ҡараным мин,
Тура ҡарай алмаһаң да…

Йәнәһе һис мине күрмәйһең дә:
Ситкә ҡарап күҙ аттың һин.
Меҫкен кеше, меҫкен. Бының менән
Тик үҙеңде юғалттың һин!

Былай үҙең бик матур ҙа түгел,
Тик, ниңәлер, һине биҙәнем.
Мин генә тик һине йондоҙ иттем,
Һин генә тик быны һиҙмәнең.

Ә шулай ҙа яратаһым килде –
Һуңғы ҡабат шашып аҡылдан!
Күк күк(е)рәп, ер тет(е)рәп торҙо,
Яралғанда һин был ялҡында.

Матурлығың – минең хыялым ул,
Хыяли бер күңел емеше.
Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас,
Мин йәшәйем әле, мин – кеше.

Яҙмыштың был ҡарғышымы,
Көлөүеме әллә мыҫҡыллап? –
Тауҙай итеп бирә ҡайғыларын,
Шатлыҡтарын бирә мыҫҡаллап.

Тау артылып ныҡ зыңҡыта баҫып,
Эсәм тиһәң мыҫҡал шатлығын,
Бит ағыулап бирә уныһын да,
Уныһын да яҙмыш-һатлығың.

Арабыҙҙа күпме заман ята,
Ниндәй алыҫ беҙҙең арабыҙ,
Мин уйлаған уйҙы ул да уйлай,
Тик һаман да бергә барабыҙ.

Ул да ғазапланған, яңылышҡан,
Һәм моңайған айлы кистәрҙә.
Ниндәй генә алыҫ булмаһын ул
Уртаҡлыҡ бар беҙҙең хистәрҙә.

Дөрөҫлөктө янып, талап эҙләп,
Уның да бит сиккән ғәйрәте.
Өмөтләнеп тағы алға баҡһа,
Ваҡ тойолған донъя ғәйбәте.

Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә.
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе әгәр күммәһә.
Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары
Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?
Шул ғәмһеҙлек
күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?

Күпме көнөң мәғәнеһеҙ үтә
Һәр сәғәтең изге булғанда.
Сәғәт кенә түгел, ғүмер үтә,
Бер ғүмергә кеше тыуғанда.

Иҫем китә ҡайһы берәүҙәргә:
Юҡ артынан ҡыуып йөрөйҙәр;
Их, был ҡарҙар, ҡарҙар, тимен,
Ергә төшмәҫ элек ирейҙәр.

Мин йәлләйем ошо ваҡыттарҙы,
Был ваҡыттар миңә булһасы.
Ниңә миңә.

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Йыйнаҡ бүлмәң, тыйнаҡ өҫтәлең,
Белмәй нисек ҡәҙер итергә лә,
Шарабыма шарап өҫтәнең.

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Таңын аттырғанда ул төндөң,
Ни өсөндөр, күҙ йәштәрең менән
Кәрәкһеҙгә ғәфү үтендең.

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә:
Һулҡып һыҙлай ине йөрәгем.
Аймылышҡас йәшлек таңдарыбыҙ,
Бар инеме бының кәрәге?

Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә,
Булмаһаҡ та башҡа беҙ бергә,
Аҡ ҡар яуған аҡ ҡанатлы төндө
Онотаһым түгел ғүмергә.

Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым.
Шуға ла мин йәнем-тәнем менән
Күрә алмайым төрлө мещанды.

Ул ағыулай һулар һауамды ла,
Ул йәберләй минең телемде,
Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән
Сәскәләрен өҙә илемдең.

Шуға ла мин васыят итеп әйтәм
Кешеләргә, эшсән халҡыма:
Таҙартһындар ерҙе шул дошмандан
Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына!

Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм – эштә, эштә – төндәрем.
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһа мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа. донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошмандың йәне туңғанын.
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһын,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.

“Ниңә өндәшмәйһең?” – тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Сәләм әйттем, ана, таң еленә –
Уны әллә иш итмәйһеңме?

Шыбыр-шыбыр килә япраҡтар ҙа,
Көн дә тыуа минең яғымда.
Ағиҙел дә аға минең яҡтан.
Мин – япраҡта, нурҙа, ағымда.

Ә һин, өндәшмәйһең, тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Йөрәгем дә тибә һин тип кенә,
Уны ла һин иш итмәйһеңме.

— Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
— Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
— Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит.
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
— Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
— Булды юлда төрлө кәртәләр.
— Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
— Бәлки танырҙар, тип әйттеләр.

Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинән
Юҡ икәнен сәләм-хаттарың.
Сөнки мин бит өнһөҙ, вәғәҙһеҙ,
Һәм юҡ һиңә биргән анттарым.

Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинең
Юҡ икәнен сәләм-хаттарың.
Йөрәгемдә минең йәшәһәң дә,
Минең хаҡта түгел аһтарың.

Онотҡанда тик бер киләм һиңә,
Хәтер дәфтәреңде аҡтарып.
Хаттар яҙып, хаттар көтөргә лә
Юҡтыр, бәлки, шуға хаҡтарым.

Китте ҡурайсы дуҫ. Ҡыуышымда
Ул ҡалдырып китте ҡурайын.
Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда,
Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.
Юҡ, моңланмай ҡурай, ят ҡулдарҙа,
Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.
Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа,
Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа.
Әле генә ниндәй моңло ине,
Бер бөйөк йән ине баяғы!
Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды
Йәнле тарих, тылсым таяғы.
Сыңрау торна ҡаҡмай сер ҡанатын,
Убылғандай булды Уралым,
Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды Салауатым,
Ҡаһым түрә һалды ҡоралын.
Күҙҙән яҙҙы Париж, киң урмандар,
Сапмағандай унда башҡорттар,
Һалмағандай яугир уҙамандар
Ҡарауанһарай ише таш йорттар.
Тыумағандай Бейеш, Азаматтар,
Яҙмағандай хаттар Буранбай,
Аҡмағандай Һаҡмар, Ашҡаҙарҙар,
Ятмағандай йәйрәп Таштуғай.
Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй,
Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә.
Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән?
Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә?
Ҡытҡылдамай ниңә Ҡара тауыҡ?
Ниңә бешмә Ҡарға бутҡаһы?
Ҡайҙа Байыҡ,
Бейегәндә айыҡ,
Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын.
Юҡ, өндәшмәй, ҡурай ҡурайсыһыҙ,
Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.
(Төтөн өрөп серәкәйҙе генә
Ҡыуып сығарырға ул ярай. )
Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан,
Тормошомдан китмә, ҡурайсым.
Күңелем бит мең-мең моңдарыңа
Мәңгелек бер ғүмер юрайсы.

Һинең хатың.
Башта көлдөм.
Көлдөм
Үҙ-үҙемдән,
Көлдөм һинән дә.
Шундай ҡырыҫ,
Шундай дөрөҫ һүҙҙән
Һығылып төшөр хатта имән дә.

Һинең хатың.
Аҙаҡ үкһеп-үкһеп,
Ир башыма килде илайһым.
Һин тип мин үлергә әҙер,
Ә һин?
Юҡ, үлемдән һаҡла, илаһым!
Һинең хатың.
Тағы – уйға ҡалдым.
Хәрефтәрҙең шундай танышы!
Алыҫ нурым,
Алыҫ йырым минең,
Шулай ҙа был –
Һинең,
Һинең,
Һинең тауышың.

Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.

Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –

Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.

Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.

Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.

Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе.

Бер көн килеп элекке бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
— Паганини ҙә бит түгелһең, — ти,
— Уйнайһың, — ти, — әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы бер иҫке бер ҡылды,
— Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл. Изге бер ҡыл йәнгә.
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә
Ни мәғәнә миңә йөҙ ҡылдан?
Мин үрмәксе түгел үҙ илемдә
Мөйөш һайын бер ҡыл һуҙырға.
Йәйғор һымаҡ ҡалҡып күңелемдә
Мең йыл аша һуҙылған бер ҡыл.
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Сәләмгә лә
Изге булған иҫке бер ҡылы.
Әҙернәнән яңы уҡ атырға
Әҙер торған кереш тартылып.
Күктә ҡояш — тик бер иҫке юлдаш,
Тик йылыта мәңге ул беҙҙе.
Һандуғас та ерҙә иҫке бер йыр йырлай,
Ялҡытканы һис тә юҡ әле!
Бер тыуа ла кеше тик бер үлә,
Тәүге һөйөүе лә бер генә,
Бер генә тик иҫке туған телем,
Бер генә тик иҫке ергенәм.
Мәңге яңы ҡартлас был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағымда
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ҡылың менән, дуҫкай,
Тик үҙеңдә ҡалһын аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың!
8/XII. 1972

Источник

Поделиться с друзьями
admin
Оцените автора
( Пока оценок нет )
Как переводится?
Adblock
detector